04:01 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрә башланылар

«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Шағир көндәлеге» нәфис фильмын төшөрә башланылар. Был «Беренсе республика» трилогияһының өсөнсө фильмы була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө режиссеры Булат Йососпов республиканың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә арналған картиналар серияһын дауам итә. Оҫтаның яңы эше сағыу ғүмер кисергән һәм туған телендә ижад итеү хоҡуғын яҡлаған өсөн эҙәрлекләүгә дусар булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа бағышланған.
Фильмда шағирҙың 1941 йылдан алып 1977 йылға тиклемге тормош һәм ижад юлы сағылдырыла. Уны шағирҙың йөрөгән урындарҙа — Өфөлә, Салауат районында, Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Үзбәкстанда төшөрөү күҙаллана. Рәми Ғарипов ролен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев башҡара. Фильмды Мәскәү операторы Станислав Амбарцумов төшөрә.
Йола буйынса, кисә ижади төркөм фильмдың исеме һәм процеста ҡатнашҡан һәр кемдең автографы яҙылған тәрилкәне ватты — был проектҡа старт бирелгән саҡта мөһим мәл тип һанала.
Фильмдың бюджеты 23,3 миллион һум булыр тип көтөлә. 20 сентябрҙә төшөрөү өсөн халыҡтан аҡса йыйыу иғлан ителде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының юбилейында 43 мең һумдан ашыу йыйылды. Дөйөм сумма — 150 мең һумдан ашыуыраҡ, тип хәбәр итте фильмдың продюсеры Леонид Филинов.
Ижади төркөм: сценаристар — Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссамдар — Рөстәм Баймөхәмәтов, Әлиә Байрамғолова, продюсерҙар — Леонид Филинов, Юнир Әминев, Гөлсәсәк Саламатова.
Премьера 2020 йылдың октябренә билдәләнгән. Проект тураһында бөтә яңылыҡтар #РәмиКөндәлеге хештегы менән һалына.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика