10:22 (UTC+5), 22 Ноября 2019

Йәмилә Бикбаева Ғәскәров исемендәге ансамбль өсөн «Быуындар сылбыры» бейеүен һала

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы башҡорт бейеүе була. Ансамбль солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева үҙенең коллегалары өсөн тәүге тапҡыр бейеү һала. Уның исеме — «Быуындар сылбыры».
«Был бейеүҙең мәғәнәһе – быуындар фәлсәфәһендә. Бында бейеүҙең көнкүреш кимәле күрһәтелмәй, ә хореографик лексикаһы ғына файҙаланыла. Быуындар күсәгилешлеген, мәңгелек ҡиммәттәрҙе – һөйөүҙе, мәҙәниәтте, ихтирамды академик кимәлдә күрһәтергә теләйем. Бейеү боронғо замандан башлана, яйлап беҙҙең көндәргә күсә һәм боронғоға кире әйләнеп ҡайта. Өлкәндәрҙең кәңәштәре быуындан-быуынға тапшырыла килә. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам», — тип һөйләне Йәмилә Бикбаева коллективтың матбуғат конференцияһында.
Яңы бейеүҙең көйөн композитор Илшат Яхин ижад иткән, әле ул партитураға боронғо халыҡ уйын ҡоралдарын өҫтәп яҙа. Ғәҙәти булмаған, ҡатмарлы костюмдар өҫтөндә танылған рәссам Наталья Степанова эшләй.
«Костюмдарҙы тарихи тип әйтергә мөмкин. Белеүемсә, элегерәк беҙҙең коллективта ҡатын-ҡыҙ бейеүҙәрендә бындай кейемдәр файҙаланылманы», — тип билдәләне коллектив директоры Алмаз Сәйетов.
Бейеүҙең премьераһы 2020 йылда – Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылған йылда була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика