12:04 (UTC+5), 21 Ноябрь 2019

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары «ЯМЫМЕДИА» премияһына дәғүә итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналистары «ЯМЫМЕДИА» премияһына дәғүә итә. Журналистар һәм блогерҙар араһында беренсе бойондороҡһоҙ премия 22 ноябрҙә «Өфө уттары»нда тапшырыла.
«Башинформ» журналисы Станислав Шахов — «Башҡортостан бюджеты тураһында туғыҙ көтөлмәгән һорау» материалы менән «Недиванный аналитик», Ксения Калинина — «Побег из преисподней» лонгриды менән «Будь или не Дудь» (йыл интервьюһы), Ольга Маловица «Зачем создали геопарк Торатау» лонгриды менән «С петличкой на шее» (йыл репортажы) номинацияһына тәҡдим ителгән.
Агентлыҡтың ике хеҙмәткәре — Станислав Шахов һәм Ксения Калинина — «Йыл журналисы» номинацияһына күрһәтелгән. Яҡшыларҙан яҡшыһын оффлайн-тауыш биреү юлы менән һайлайҙар.
Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, программала: киске аш, еңеүселәрҙе бүләкләү, федераль эксперттарҙан ҡотлау, рәсми өлөштән һуң – концерт. Хедлайнер – Brazzaville төркөмө.
Быйыл «ЯМЫМЕДИА» премияһы журналистар өсөн йыл һайын ойошторолған «Матбуғат балы» сиктәрендә тәүге тапҡыр уҙғарыла, ләкин үҙ аллы проект булып тора, унда республика һәм федераль эксперттар ҡатнаша. Улар иҫәбендә — «Эхо Москвы» радиостанцияһының баш мөхәррире Алексей Венедиктов, «Медуза»ның махсус хәбәрсеһе Илья Жегулев, шулай уҡ The Village баҫмалары өсөн материалдар авторы Иван Сурвилло, «Афиша Daily», РБК һәм башҡа эксперттар ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика