07:53 (UTC+5), 20 Ноябрь 2019

Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы 75 йыллығын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.
22 ноябрҙә «Торатау» конгресс-холында юбилейға арналған тантаналы сара була. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырылды.
Ойоштороу комитетына тантаналы сараға әҙерләнеү, уны уҙғарыу буйынса программа әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тантананы матбуғатта яҡтыртырға, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы сараны уҙғарыу осоронда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты лайыҡлы рәүештә милли кадрҙар әҙерләү урыны тип атала. Белем усағы бик күп йәштәргә оло тормошҡа юллама бирҙе. Интернат республикала ғына түгел, ә унан ситтә лә абруй һәм дан ҡаҙанған ғалимдар, инженерҙар, агрономдар, уҡытыусылар, яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен тәрбиәләп сығарҙы.
Уҡыу йорто ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика башҡорт урта мәктәбе итеп асылған. 1956 йылда интернат статусын алған.
1991 йылдың йәйенән белем усағы хәҙерге исемен йөрөтә. Шул саҡта гимназияға үҙенең күренекле уҡыусыларының береһе — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика