07:15 (UTC+5), 19 Ноябрь 2019

Өфөлә Miss International Ufa конкурсы еңеүсеһен иғлан иттеләр

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Miss International Ufa этник матурлыҡ һәм талант республика конкурсы тамамланды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының бишенсе курс студенты Ленария Хәсәнова еңеү яуланы. Ҡыҙ вокал бүлегендә Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында уҡый. Ленария Хәсәнова башҡорт халыҡ бейеүе «Ете ҡыҙ»ҙы башҡарҙы.
Беренсе вице-мисс исемен Ҡырғыҙстандан Айназ Усенканова алды. Икенсе вице-мисс — Ангола ҡунағы Франку Ванда Гизела Албину. Сыуаш халҡы вәкиле Марина Васильева проекттың социаль селтәрҙәрендә онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Мисс Интернет» исеменә лайыҡ булды.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста республикала йәшәгән һәм үҙ милләтенең матурлығын күрһәтергә теләгән 18-28 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Быйыл бөтәһе төрлө милләт ҡыҙҙарынан 60 ғариза килде, 12-һе проект финалсыһы тип танылды. Улар 12 халыҡтың — Ангола, Һиндостан, Куба, Ҡытай, Әрмәнстан, Азербайжан, Грузия, Ҡырғыҙстан, шулай уҡ Рәсәй халыҡтары — рус, башҡорт, татар, сыуаш мәҙәниәтен күрһәте.
Гала-концертта ҡатнашыусылар дуҫлыҡ бейеүен башҡарҙы. Һәр береһе башҡорт мәҙәниәтен белеүен күрһәтте. Шулай уҡ дизайнер Вероника Мартынованан стилләштерелгән этник кейемдә традицион дефиле уҙҙы. Тамашасылар халыҡ бейеүе элементтары менән ижади номерҙар, спорт инвентары атрибуттары менән шоу ҡараны.
Конкурстың маҡсаты – Рәсәй һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен актуалләштереү, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү, йәштәр араһында хәҙерге заман ҡыҙының ыңғай образын булдырыу.
Проектты ойоштороусылар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы. Проект етәксеһе — «Таврида 5.0» йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумы еңеүсеһе, Өфө ҡурайсыһы Земфира Рәшитова. 2019 йылдың йәйендә ул проектты уҙғарыу өсөн 650 мең һумлыҡ грант отто.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика