07:11 (UTC+5), 15 Ноября 2019

«Йәшлек-шоу» фестиваленең Гран-прийын колледж студенты Хәйҙәр Ибраһимов яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә XXVII «Йәшлек-шоу» республика йәштәр фестивале тамамланды. Быйыл конкурс яңы форматта «Продюсерҙар алышы» исеме менән үтте. Фестивалдең йомғаҡлау этабы бик сағыу булды. Сәхнәләге һәр номер бәләкәй бер шоуға әүерелде. Ҡатнашыусыларҙың үҙ номерҙарын шымартыу өсөн ике аҙна ваҡыты бар ине. Быйыл һәр башҡарыусының остазы булды. Конкурсанттар менән Таһир Әсәҙулллин, Илнур Рамазанов, Ринат Рамазанов, «Girza music» продюсер үҙәге, Айгөл Үтәгәнова, Фәрүәз Рафиҡов эшләне.
Проекттың төп бүләге – Гран-приҙы Өфө күп профилле һөнәри колледжының 19 йәшлек студенты Хәйҙәр Ибраһимов алды. Еңеүсегә «Ҡурай» телеканалынан клип төшөрөү өсөн сертификат тапшырылды. Башҡарыусының остазы – Илнур Рамазанов. Белорет ҡалаһынан Илнар Ғәниев беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт университеты студенты «Юлдаш» радиоһында йыр яҙҙырыу һәм яңғыратыу өсөн сертификат бирелде. Икенсе урын – Өфөнән 22 йәшлек Илүзә Иҙрисовала. Ул да «Юлдаш +» йәштәр интернет радиоһынан йыр яңғыратыуға сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө дәрәжә лауреат дипломы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Индира Сибәғәтуллинаға (Благовар районы) һәм иң йәш ҡатнашыусы, 16 йәшлек Тимур Сөләймәновҡа тапшырылды. Улар Республика халыҡ ижады үҙәгендә йыр яҙҙыра ала.
Артистар төрлө номинацияларҙа дипломдарға һәм иҫтәлекле статуэткаларға ла лайыҡ булды. «Йыл йырсыһы» — Ләйсән Ғәлимова, Йәмил Баймырҙин. Иң шәп йыр өсөн Алтынай Вәлитов бүләкләнде. 2019 йылда «Башҡорт сәй эсә!» композицияһы ысын хитҡа әүерелде, әле лә үҙенең популярлығын юғалтмай. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө «Йыл төркөмө» номинацияһында билдәләнде. «ZAINETDIN» этно-шоу проекты «Йыл шоу-проекты» номинацияһында иң яҡшыһы булды. «Йыл асышы» — «Вилли», «Өмөт» — Бишбармаҡ, «Йыл клибы» — «Ҡорот» йыры өсөн «Rena Rnt».
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Ҡурай ТВ» телеканалы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика