12:35 (UTC+5), 15 Ноябрь 2019

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы Сибайҙа һәм Мәсәғүттә ярымфиналсыларҙы һайлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт КВН-сылары республика ҡалаларында һәм райондарында хәрәкәтте үҫтереүҙе дауам итә. Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән республика башлығы гранты аҡсаһына Башҡорт асыҡ КВН лигаһы «Төньяҡ-көнсығыш», «Көньяҡ», «Урал аръяғы» һәм «Төньяҡ-Көнбайыш» лигалары форматында саралар уҙғара. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһында миҙгел өс конкурс этабынан тора: зона фестивале, ярымфинал уйындары, финал уйындары.
16 һәм 19 ноябрҙә Сибайҙа һәм Мәсәғүттә «Урал аръяғы» лигаһында ярымфинал уйыны була.
Беренсе ярымфинал уйыны 16 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә Сибайҙа Балалар ижады үҙәгендә уҙғарыла.
Икенсе ярымфинал уйыны 19 ноябрҙә Мәсәғүттә район мәҙәниәт йортонда була. Сәғәт 4-тә башлана.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы уйындары системаһы эшмәкәрлегенең маҡсаты – уйын формаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа туған телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Бәйләнештәге төркөмдә алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика