05:37 (UTC+5), 12 Ноябрь 2019

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы программаларын ОТР телеканалында күрһәтә башлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы программаларын һанлы телевидениеның беренсе пакетында күрергә мөмкин. Ноябрь аҙағында республика телеканалы тапшырыуҙарын таңғы 6-нан алып иртәнге 9-ға һәм киске 5-тән 7-гә тиклем ОТР телеканалында күрһәтә башлайҙар.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканың төп телеканалы булып тора, уның Башҡортостанда аудиторияһы ҙур. Республика телеканалының программаларын элеккесә юлдаш һәм кабель телевидениеһында, шулай уҡ аналог сигналын ҡабул иткән телеантенна менән ҡарарға мөмкин. Ведомство башлығы ваҡыт үтеү менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы телевидение пакеттарының береһенә инер тигән ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан телевидениеһының төбәк өҫтәмәләрен булдырыу буйынса техник эштәр 14 ноябрҙән 15-енә ҡарай төндә башҡарыла. Был ваҡытта телевизорҙарҙың һәм телеприставкаларҙың ҡайһы бер моделдәрендә телесигналдың юғалыуы мөмкин. Ошо осраҡта телеканалдарҙы автоматик рәүештә йәки ҡул менән көйләргә генә кәрәк. Консультация алыу өсөн РТРС-тың федераль «ҡыҙыу бәйләнеш»енә шылтыратырға: 8 800 220 20 02.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика