11:54 (UTC+5), 11 Ноября 2019

Ишембайҙа республиканың «Сәләм» телеканалы менән таныштырыу сараһы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Сәләм» беренсе ғаилә телеканалы тотош республиканан дуҫтарын йыя. 13 ноябрҙә Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың яңы телеканалы менән таныштырыу була. Тантаналы сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары — Zainetdin этно-шоуы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Зилиә Бәхтиева, Рәфис Ишбаев ҡатнаша. «Сәләм» логотибы менән бүләктәр уйнатыла.
Был көндә Мәҙәниәт һарайы фойеһында киске сәғәт 5-тән 6-ға тиклем «Сәләм тапшыр!» мобиль студияһы эшләй. Үҙенсәлекле сығыштар телеканал эфирында күрһәтелә.
Байрамда Маҡар урман хужалығының тәмле боланут сәйенән ауыҙ итергә мөмкин, республика гәзит-журналдарына яҙылыу ойошторола.
Теләгән һәр кем, алдан яҙылып, «Сәләм» телеканалы партнерҙары — медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге «Рәсәй тимер юлдары — медицина» клиник дауаханаһының квалификациялы табиптарында бушлай тикшереү үтә ала.
Бөтә ишембайҙарҙың да Башҡортостандың яңы «Сәләм» телеканалын асыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Киләһе презентация 22 ноябрҙә Дүртөйлө ҡалаһында ойошторола.
Белешмә. «Сәләм» телеканалы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында муниципаль, урындағы телестудияларҙы һаҡлау өсөн булдырылған. Яңы телеканалдың эфирында урындағы студияларға биш сәғәт бүленә, шул иҫәптән иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, көндөҙгө 1-ҙән 2-гә һәм 5-тән 7-гә тиклем прайм-тайм. «Сәләм» Башҡортостандың кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа күрһәтә. Республиканың яңы «Сәләм» телеканалы 2019 йылдың 11 октябрендә Сибайҙа эшләй башланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика