05:55 (UTC+5), 11 Ноября 2019

Өфөлә шиғриәт конкурсында төп бүләкте – автомобилде Земфира Байбулдина яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсының финалы уҙҙы.
Төп бүләккә телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина лайыҡ булды. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған (курстың етәксеһе — Рифҡәт Исрафилов), бына күп йылдар инде Башҡортостан телевидениеһында һәм эстрадала эшләй, байтаҡ телепроекттар сығарҙы, улар араһында үҙе өсөн иң мөһиме — «Гәлсәр һандуғас» йыр конкурсы. Еңеүсе автомобиль һатып алыу өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Тамашасылар һөйөүе призын радио алып барыусыһы һәм йырсы Фәрүәз Урманшин яуланы.
Быйыл конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм Рәсәйҙә Театр йылына арналды. Конкурста тәүге тапҡыр актер йәки режиссер белеменә эйә булғандар ғына ҡатнашты. Ун алты финалсы иҫәбендә — башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары Суфия Ҡорбанғәлиева, Римма Ҡаһарманова, Илгиз Таһиров, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Фәнис Рәхмәтов, Зөлфиә Хәлилова, Шәһитулла Хамматов, Нәүфилә Яҡупова, Морат Рафиҡов, режиссер Зиннур Сөләймәнов һәм башҡалар.
Проекттың авторы һәм етәксеһе — Наилә Сәфәрғолова. Конкурстың комментаторҙары — Фирҙәт Ғәлиев һәм Александр Кузьменко. Шиғыр һөйләүселәрҙе сәхнә һәм экран йондоҙҙары Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев, Наилә Ғәләүетдинова, Флүрә Мурзина баһаланы.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика