12:13 (UTC+5), 08 Ноября 2019

Мостай Кәримдең шиғыры Симферополдә сүкеп яһалған Рәсәй картаһында Башҡортостан символына әүерелде

Мостай Кәрим исемендәге фонд
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Симферополдә «Ҡырым ваҡыты» арт-объекты — Рәсәй картаһы рәүешендә металдан художестволы композиция барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә — Бөтә Рәсәй тимерселәр фестивалендә уҙҙы. Был хаҡта Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр иттеләр.
Картала Башҡортостан да бар. Республикабыҙҙы кәрәҙле бал, милли тирмә, ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырынан өҙөк символлаштыра.
Картаның ҙурлығы — 10х4 метр, ауырлығы — 15 тонна. Яңы арт-объектты йыл буйына тотош илдән 300-гә яҡын тимерсе эшләгән. Һәр береһе Ҡырымға композиция өсөн үҙ фрагментын һәм төбәктәренең сүкеп яһалған символдарын алып килгән. Картала Мәскәүҙе — Кремль, Санкт-Петербургты карап символлаштыра.
Карта эшләү башланғысын Ҡырым Республикаһы хөкүмәте һәм Санкт-Петербург хакимиәте булышлығында Тимерселәрҙең ижади союзы, Санкт-Петербургтың һәм Төньяҡ-Көнбайыш төбәктең Тимерселәр һәм металл буйынса рәссамдар гильдияһы индергән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика