12:45 (UTC+5), 06 Ноября 2019

Киң билдәле башҡорт өләсәйе Мәскәүҙә үҙенең ижадын күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 5 ноябрҙән 22-һенә тиклем Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Альбина Исхаҡованың «Яратам...» тип аталған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола. Экспозицияла макраме эштәре, шулай уҡ милли стилдәге биҙәүестәр – һаҡал, селтәр, боронғолары һәм оҫтабикәнең үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар.
Күргәҙмә республикабыҙ ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналған. Рәсми рәүештә 7 ноябрҙә киске сәғәт 5-тә асыла. 8 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре була.
Альбина Исхаҡова йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе, «Аҡ тирмә» милли мәҙәни үҙәгендә өләсәйҙәр клубына етәкселек иткән. Төрлө маҡтаулы исемдәргә лайыҡ йәш музыканттарҙың — скрипкасы Сыңғыҙ Ханнановтың һәм виолончелдә уйнаусы Искәндәр Ханнановтың өләсәһе булараҡ билдәле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Өфөнөң «Урал» галереяһында ла Альбина Исхаҡованың ошондай күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика