12:38 (UTC+5), 05 Ноября 2019

Ҡаҙағстанда башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылдылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡаҙағстанда республикабыҙ башлығы Радий Хәбировтан хуплау тапҡан башҡорт бейеүе флешмобына ҡушылдылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне. Флешмобты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле башлап ебәрҙе.
«Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев хәбәр итеүенсә, Нур-Солтан ҡалаһында (Ҡаҙағстан) Башҡорт мәҙәниәте көнө уҙҙы. Халыҡтар дуҫлығы йортонда этнографик, башҡорт аш-һыуы күргәҙмәләре һәм концерт ойошторолдо.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, музыкант-мультиинструменталист, бейеүсе Zainetdin ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Сара һуңында осрашыуҙа ҡатнашыусылар #башҡортбейеүе флешмобын хуплап видеоролик төшөрҙө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика