Спектаклде ҡуйыу өсөн Башҡортостанға Яҡутстандан танылған кинорежиссер һәм театр режиссеры, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Сергей Потапов килде. Башҡортостан тамашасыһына ул «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашҡан сәхнә әҫәрҙәре аша таныш. Сергей Потапов өсөн был - башҡорт телендә тәүге спектакль. Ләкин режиссер материалды һәйбәт белә, сөнки үҙ ваҡытында П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театрында ошо спектаклдә Диуана ролен башҡарған.