07:15 (UTC+5), 31 Октября 2019

Өфөнән Зәйнетдиновтар ғаиләһе Төркиәлә Халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнән Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле Төркиәлә Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурс-фестивалендә еңеү яуланы. Конкурс Рәсәйҙә һәм Төркиәлә Мәҙәниәт һәм туризм йылы сиктәрендә Антальяла 26 октябрҙән 2 ноябргә тиклем бара.
Зәйнетдиновтар, күп жанрлы конкурста башҡортса башҡарыу сәнғәтен күрһәтеп, алты диплом алды, шуларҙан «фольклор», «халыҡ бейеүе», «музыка ҡоралында уйнау» номинацияларында дүрт беренсе урын.
Ғаилә башлығы — Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Хәләл ефете Гөлгөнә менән өс бала тәрбиәләй. Уларҙың бөтәһе лә йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай, төрлө фестивалдәр һәм конкурстар лауреаттары.
Ләйсән — Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты студенты, студенттар өсөн сараларға сценарийҙа яҙа. Азамат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнай, каратэ менән мауыға. Кесе ҡыҙҙары Илүзә Өфөнөң Киров районында 51-се балалар баҡсаһына йөрөй, йыр-моң конкурстарында ҡатнаша, ҡумыҙҙа уйнай.
«Беҙҙең «Республика» ансамбле халыҡ-ара конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашты. Беҙҙе бик йылы ҡабул иттеләр, башҡа илдәргә фестивалдәргә һәм конкурстарға саҡырҙылар, — тип һөйләне Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. — Төркиәлә Республика халыҡ ижады үҙәгенән алынған материалдар ярҙамында Фольклориаданың презентацияһын үткәрҙек».
Зәйнетдиновтар оҫталыҡ дәрестәре менән дә сығыш яһаны.
Конкурста Төркиәнән, Һиндостандан, Германиянан, АҠШ-тан, Рәсәйҙән (Яҡутстан) һәм башҡа илдәрҙән 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Зәйнетдиновтарҙы дәртләндереү өсөн сараға Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге вәкиле Генджехан Тунай, шулай уҡ Төркиәлә йәшәгән яҡташтарыбыҙкилде.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика