16:50 (UTC+5), 30 Октября 2019

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков баҡыйлыҡҡа күсте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын сағыу башҡарыусыларҙың береһе Рамаҙан Йәнбәков 86-сы йәшендә донъя ҡуйҙы.
Йәнбәков Рамаҙан Фәтҡулла улы 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. 1957-1959 йылдарҙа — Радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитетының хор солисы. 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай һәм шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыта башлай.
30 йылдан ашыу, 1963-1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында солист булып эшләй, концерт бригадаһына етәкселек итә.
Ҙур оҫталыҡ менән башҡорт оҙон көйҙәрен башҡара, үҙенсәлекле, бай һәм йомшаҡ тауышлы йырсы. Советтар Союзы буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
Мәрхүм менән бәхилләшеү 1 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт филармонияһында була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика