05:48 (UTC+5), 29 Октября 2019

Өфөлә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең 10 томлыҡ йыйынтығының исем туйы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ун томлыҡ йыйынтыҡтың исем туйы үтте.
Сара Мостай Кәримдең улы — яҙыусы, тәржемәсе, атаһының байтаҡ әҫәрҙәрен рус телле китап уҡыусыларға еткергән Илгиз Кәримов иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡтан башланды. Ул күп томлыҡты әҙерләүгә байтаҡ көс һалды. Шулай уҡ сарала Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығын төҙөүгә ҙур өлөш индергәндәргә — ғалим һәм әҙәбиәтсе Ғайса Хөсәйеновҡа, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Айбулат Псәнчинға, филологтар Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа, Фирҙәүес Йоносоваға, Флорида Фазыловаға һәм башҡаларға рәхмәт белдерҙеләр.
Йыйынтыҡта яҙыусының элек донъя күргән (проза, поэзия, драматургия, публицистика, көндәлектәр), шулай уҡ ҡулъяҙмала һаҡланған һәм бығаса баҫылмаған әҫәрҙәре бар. Беренсе томы – 2009 йылда, унынсы томы 2019 йылда, яҙыусының 100 йыллығы алдынан нәшер ителде. Һәр томдың тиражы – 2 мең дана.
«Бөгөн тотош республика өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов указы менән нәшер итеү мөмкинлеге булдырылды. Ошо көндән көсөргәнешле, ентекле эш башланды, күп кенә учреждениелар, беҙҙең нәшриәт йәлеп ителде. Ун йыл дауамында йыл һайын бер том сығарҙыҡ, бына ике аҙна элек 10-сы том донъя күрҙе, — тине «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов. — Ләкин материалдар күп, 10 томға һыйып бөтмәне, шуға күрә киләсәктә 11-се том да баҫылыр».
Билдәле тележурналист, Мостай ижадын өйрәнеүсе Шәүрә Ғилманова радио һәм телевидение фондында яҙыусының ҙур әһәмиәткә эйә булған байтаҡ сығыштары һаҡланғанын билдәләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ҙа киләһе том өсөн тәҡдим менән сығыш яһаны.
«1985 йылдың апрелендә Мостай Кәрим Мәскәүҙә Ижади союздар пленумында сығыш яһаны. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығы билдәләнә ине. Ул ялҡынлы телмәр тотто, уның үҙҙәренең ҡотҡарыусылары тураһында онотҡан Европа илдәре хаҡындағы фекерҙәре бөгөн дә актуаль яңғырай», — тине яҙыусы.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Дәүләт Йыйылышы депутаты, профессор Раил Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәлғәт Сәғитов, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова Мостай Кәримдең ижады һәм шәхесе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Йәштәр театры актерҙары һәр том тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр башҡарылды, уның шиғырҙары, шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге театрҙы икенсе йорт тип атап, уға айырым рәхмәт белдерҙе.
«Бөгөн бик яуаплы көн. Ун томлыҡ йыйынтыҡ — бына ул яҙыусының матди хеҙмәте. Барыһына ла рәхмәт!» — тине Әлфиә Мостай ҡыҙы һәм залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итте: «Беҙ таба алмаған хаттар бик күп. Бәлки, һеҙҙә ниҙәр булһа ла һаҡланып ҡалғандыр, беҙгә күсермәләрен бирегеҙ әле, зинһар».
Сара һуңында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәрен Мостай Кәрим исемендәге фондтың рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика