12:00 (UTC+5), 28 Октября 2019

Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазанда Татарстанда Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, саралар республика башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Башҡортостандан сараға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге делегация килде. Делегация ағзалары билдәле балерина, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы Нинель Юлтыеваны хөрмәтләп иҫкә алды. Уның ҡәберенә сәскәләр һалынды.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда тантаналы сара башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән башланды, уны халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Заһир Иҫәнсурин башҡарҙы. Ҡурайҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат Хәлилов уйнаны.
Эльвира Айытҡолова, барыһын да сәләмләп, Мәҙәнит һәм мәғариф көндәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙы бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында йәш коллектив — «Аҡ тирәк» башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Әлфиә Ғилфанова ла бар ине.
Әлфиә Ғилманова Башҡортостандың Архангел районында тыуып үҫкән, 40 йылдан ашыу Татарстанда йәшәй. Һөнәре буйынса нефтехимик, ләкин тормошон башҡорт йырҙарынан һәм халыҡ бейеүҙәренән тыш күҙ алдына ла килтермәй. Быйыл һәләтле яҡташтарын үҙ янына туплаған. Коллективта төрлө йәштәгеләр, төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙы башҡорт халыҡ ижадына һөйөү берләштерә.
Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән милли кейемдәрҙә сәхнәгә сыҡты. Йәш коллектив музыка ҡоралдары ла алды.
«Дебют программаһына башҡорт халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары инде. Артистар «Кис ултырыу»ҙы сәхәнәләштерҙе. Репертуар төҙөүгә бик етди ҡараныҡ», — ти коллектив етәксеһе Әлфиә Ғилфанова.
Татарстандың башҡорт йәмәғәтселегенә бүләктәр: дәүләт символикаһы, ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт теленән китаптар һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика