07:55 (UTC+5), 24 Октября 2019

Өфөлә Мостай Кәрим әҫәрҙәренең ун томлыҡ йыйынтығының исем туйы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең ун томлыҡ йыйынтығының исем туйы була. Сара Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторола. Исем туйында яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шағирҙың туғандары, студенттар, уҡыусылар ҡатнаша.
Йыйынтыҡта яҙыусының элек донъя күргән (проза, поэзия, драматургия, публицистика, көндәлектәр), шулай уҡ ҡулъяҙмала һаҡланған һәм бығаса баҫылмаған әҫәрҙәре бар. Беренсе томы – 2009 йылда, унынсы томы 2019 йылда, яҙыусының 100 йыллығы алдынан нәшер ителде. Һәр томдың тиражы – 2 мең дана.
Ойоштороусылар – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, Мостай Кәрим исемендәге фонд. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика