12:25 (UTC+5), 23 Октября 2019

«Йәшлек-шоу» республика фестивале яңы йырҙар башҡарыусыларҙы саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Йәшлек-шоу — 2019» республика йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Быйыл фестиваль йәнә иң әүҙем, ижади йәштәрҙе берләштерә һәм иң шау-шыулы, сағыу, дарманлы тамаша булырға вәғәҙәләй, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Унда эстрада башҡарыусылары – 16-нан алып 27 йәшкәсә солистар һәм төркөмдәр ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 30 октябргә тиклем фестивалдең рәсми почтаһына ебәрергә кәрәк: yashlek.show2019@gmail.com.
Ғаризала «тере» тауыш менән башҡорт телендәге йырҙың видеоһы; тултырылған анкета; юғары сифатлы өс фотоһүрәт һәм башҡорт телендә яҙҙырылған әҙер йыр булырға тейеш. Төп шарт – йырҙың бығаса яңғырамауы.
Иң яҡшыларҙы ойоштороусылар командаһы Өфөгә тыңлауға саҡыра. Финалсыларҙың береһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә тамашасыларҙың тауыш биреү юлы менән һайлап алына.
«Йәшлек шоу — 2019» гала-концерты 14 ноябрҙә була. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50. Фестивалдең «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмө: https://vk.com/yashlek.show2019.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады ойошторған сара республиканың күп милләтле йәштәренә рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, уларҙың ижади кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика