10:01 (UTC+5), 18 Октября 2019

Өфөлә Раушания Бәҙретдинова симфоник музыка аҫтында яңы картиналарын күрһәтә

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында «Үҙеңә юл» хәйриә социаль проектының презентацияһы ойошторола. Кисәлә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының концерты була һәм Рәсәйҙең танылған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың яңы картиналары күрһәтелә. Сара Каринэ Хәбирова булышлығында уҙғарыла.
«Симфоник оркестрҙың рәссам Раушания Бәҙретдинова менән берлектәге проекты рәсемдәрҙең симфоник музыка аҫтында күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡлы», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин.
Республиканың Милли симфоник оркестры һәм Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының төп ҡунағы, Рәсәйҙең Дәүләт академия симфоник капеллаһы дирижеры, Рәсәйҙең Ҙур театры дирижеры Дмитрий Крюков менән бергә Раушания Бәҙретдинованың «Үҙеңә юл» картиналар серияһының асылын сағылдырған репертуар һайлап алынған.
«Проекттың бурысы — үҙеңдең мөһимлегеңде, ижади ҡеүәтеңде аңлау өсөн хәҙерге һынлы сәнғәттең визуаль образы һәм классик музыка аша уйҙарға сумыу», – тип һөйләй Раушания Бәҙретдинова проекттың идея йөкмәткеһе хаҡында.
Программала Р. Воан-Уильямстың Томас Таллис темаһына ҡыллы оркестр өсөн «Фантазия»һы, Людвиг ван Бетховендың скрипка өсөн Романсы (солист – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов), С.Барберҙың ҡыллы оркестр өсөн «Адажио»һы, Г.Малерҙың 5-се симфонияһынан «Адажиетто» яңғырай. Сара киске сәғәт 7-се 30 минутта башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика