04:07 (UTC+5), 18 Октября 2019

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйҙәр. Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу, Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килә, Өфөнән һәм республиканан уның ижадын һөйөүселәр йыйыла.
18 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттарын тапшырыу тантанаһы була.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында БДПУ-ның тәүге Почетлы профессоры Мостай Кәримдең бюсын һәм исемле аудиторияһын асалар. Шулай уҡ бында «Мостай Кәрим» конкурсы еңеүселәре күргәҙмәһе ойошторола.
19 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа (Профсоюздар йорто янында) көн дауамында төрлө телдәрҙә шағирҙың шиғырҙарын тыңларға мөмкин. Сарала яҙыусылар, актерҙар, балалар һәм студенттар ҡатнаша. Шулай уҡ был көндә халыҡ шағирының һәйкәленә сәскәләр һалына.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында тантаналы рәүештә СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзонға һәм СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Андрей Дементьевҡа иҫтәлекле таҡтаташтар асыла.
Был көндә ҡаланың бер нисә майҙансығында «Мостай Кәрим менән көн» әҙәби флешмобы ла ойошторола. Унда теләгән һәр кем яратҡан шағирының шиғырын уҡып ишеттерә ала.
Киске сәғәт 7-лә «Торатау» конгресс-холында шағирҙың юбилейына бағышланған тантаналы кисә уҙа. Кисәлә Сәйҙә Медведеваның «Мостай» документаль фильмының премьераһы була.
Шағирҙың тыуған көнөндә, 20 октябрҙә, юбилей саралары яҙыусының тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика