12:48 (UTC+5), 18 Октября 2019

Башҡорт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст асылды

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында күренекле яҙыусы, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған саралар уҙҙы.
Өсөнсө корпустың беренсе ҡатында Мостай Кәримгә бюст асылды, хәҙер ул ингән һәр кемде ҡаршы алып тора. Бронза ялатылған бюстың скульпторы – Юрий Солдатов. Уның күсермәһе яҙыусы һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамындағы йорт барельефын биҙәй.
Скульптор үҙенең әҫәре өҫтөндә уҙған быуаттың 70-сы йылдары аҙағында өс көн буйына эшләүен һөйләне.
«Тәүҙә мин «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын уҡып сыҡтым, шунан эшкә тотондом. Ул саҡта Мостай Кәримгә 60 йәштәр тирәһе булғандыр. Ул минең эскизымды оҡшатты. Элек бөтә скульпторҙар ҙа башты ғына яһай ине, ә мин уның ҡулдарын да эшләнем. Мин Мостафа Сафа улына, уның һул ҡулы - хәсрәтләнгән, ә уңы иһә Тыуған илдең киләсәге тураһында уйланған кеүек, тип әйттем. Ул миңә: «Ә һин философ!», тине, — тип хәтеренә төшөрҙө Юрий Солдатов.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов Мостай Кәримдең университеттың почетлы профессоры икәнен иҫкә төшөрөп үтте.
«Мостай Кәрим, уның ижады аша донъя халҡыбыҙ тураһында тағы ла күберәк белде. Уның ижадын һөйөүселәр бөгөн дә бар. Мостай ағай, әҫәрҙәремде ерҙең ҡояшлы яғында йәшәгән кешеләр аңларға мөмкин, тип әйтә торғайны һәм бөгөн бында тап шундайҙар йыйылды», — тип билдәләне ректор.
Бюст асыу тантанаһында яҙыусының ғаиләһе — шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың башҡарма директоры Әлфиә Кәримова, ейәне — Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика