08:31 (UTC+5), 17 Октябрь 2019

Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡарылған иң матур бейеү өсөн бүләк вәғәҙәләне. Республика етәксеһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән флешмобты хуплауын белдерҙе.
«Йәштәребеҙ илдең һәм донъяның билдәле урындарында бейеү модаһын индерҙе. Минеңсә, улар бер кемгә лә ҡамасауламай... Киреһенсә, кешеләр ҡыуана һәм уларҙы фотоға төшөрә. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ: республиканан ситтә йәки уның эсендә, ләкин Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡунаҡ менән иң матур башҡорт бейеүе өсөн бер нисә айҙан шәхси бүләгемде тапшырам! Һылтанмалар ебәрегеҙ!» — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
#Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы быйыл сентябрь айында башланды. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортбейеүенбашҡарам, #башҡортбейеүенөйрәнәм хештегтары менән интернетҡа һалырға кәрәк. 9 октябрҙә Ленин паркында профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр бергә легендар «Гөлнәзирә» бейеүенән өҙөк башҡарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика