Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.76
-0.34
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Октябрь 2019, 17:18

Сербияла Башҡортостандағы «Викиөләсәйҙәр» хәрәкәте менән таныштырҙылар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова Сербияла Үҙәк һәм Көнсығыш Европа Викимедиаһы ирекмәндәренең халыҡ-ара конференцияһында ҡатнашып ҡайтты. Башҡортостан вәкилдәренең сығыштарына лингвист, башҡорт телен өйрәнеү методикаһы авторы Вячеслав Чернев аңлатма бирҙе.
«Бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым. Конференцияла ҡатнашыусылар БашВикиҙа «Викиөләсәйҙәр» хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе хаҡындағы сығышты йылы ҡаршы алды. Улым Илдус мин әҙерләгән видеояҙма буйынса сығыш яһаны, сөнки сығыштар инглиз телендә булырға тейеш ине, ә мин немец телен өйрәндем».
Гүзәл Ситдиҡова ошо сығыш өсөн махсус рәүештә милли кейем атрибуттарын — беҙҙең «француз яулығы»н ябынған һәм селтәр таҡҡан. Күптәр республикабыҙ вәкилдәре менән фотоға төшөргә теләк белдергән.
Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостанды Республика көнө менән дә ҡотлаған.
Читайте нас: