08:05 (UTC+5), 15 Октября 2019

Өфөлә Мостай Кәримдең юбилейы уңайынан театр декадаһы асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 100 йыллығына театр декадаһы асыла. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры декада барышында биш спектакль күрһәтә. Бөтә спектаклдәр ҙә театрҙың Ҙур залында сәхнәләштерелә.
15 октябрҙә — уҙған миҙгелдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» премьераһы;
16 октябрҙә — «Тоҡ эсендә бесәй» спектакль-концерты ;
17 октябрҙә — «Йәләлетдин Ата» спектакль-уйланыу;
18 октябрҙә — «Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡыстары» лирик комедияһы;
19 һәм 20 октябрҙә уҡыусылар өсөн «Мәҙәни шәмбе» проекты сиктәрендә — «Беҙҙең өйҙөң йәме».
Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә Рус драма театрында 15 һәм 20 октябрҙә «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» лирик комедияһы күрһәтелә (ҡуйыусы режиссер – Михаил Рабинович, биҙәүсе – Вячеслав Виданов).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика