14:57 (UTC+5), 10 Октября 2019

Башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһы гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова теләгәндәрҙе байрам open air концерты барышында Башҡортостан Республикаһы гимнын күмәкләп башҡарырға саҡырҙы.
Гимндың 25 йыллығына арналған акция Республика көнөндә, 11 октябрҙә, киске сәғәт 6-сы 30 минутта ойошторола. Флешмоб үҙәге — «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр («Ватан» этно-паркы). Гимнды Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, «Карауанһарай», «Премьер» төркөмдәре, Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡа ҡатнашыусылар башҡара.
Акцияға республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары халҡы, шулай уҡ Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусылар ҙа ҡушыла.
«Гимнды ике дәүләт — башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарабыҙ. «Ватан» этно-паркындағы экранда гимндың тексы күрһәтелә. Бөтәһен дә флешмобҡа саҡырабыҙ», — тине Эльвира Айытҡолова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы гимнының көйөн 1990 йылдың 11 октябренә дирижер һәм композитор Фәрит Иҙрисов яҙған. Текст авторҙары — Рауил Бикбаев һәм Рәшит Шәкүр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Республика көнө алдынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан төрлө ойошмаларҙың вәкилдәре бүләкләнде.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика