Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Октябрь 2019, 11:48
Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы Өфө буйлап «Шиғри трамвай» юлға сыға
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.10 октябрҙә Өфө буйлап «Шиғри трамвай» юлға сыға. Быйыл сәнғәт фестивале Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған. Акцияны ойоштороусы Илья Боровский һүҙҙәренсә, күсмә сәхнәлә Өфө шағирҙары һәм музыканттары: Илья Тавлияров (Via Chappa), Вероника Мортазина, «Бахталэ Рома» сиғандар ансамбле, Владимир Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре сығыш яһай. Тамашасылар – ғәҙәти булмаған вагон пассажирҙары. Трамвай көндөҙгө сәғәт 2-лә Пушкин урамындағы депонан юлға сыға, «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем бара һәм кире әйләнеп ҡайта.
http://www.bashinform.ru/news/1363452-poeticheskiy-tramvay-proedetsya-po-ufe-v-chest-100-letiya-respubliki/
Теги:
трамвай
поэзия
музыка
республиканың 100 йыллығы
Читайте нас: