11:52 (UTC+5), 03 Октября 2019

«Башинформ»да «Шайморатов генерал» клибының презентацияһы була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 октябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында «Шайморатов генерал» клибының презентацияһы була. Уны флешмоб йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» телерадикомпанияһының Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөрҙө. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
2019 йылдың авгусында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 112-се башҡорт квалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған флешмоб иғлан итте. 15 августа уның тыуыуына 120 йыл тулды.
Флешмобта ҡатнашыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы һәм видеояҙманы #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һалды. Социаль селтәрҙәге флешмобҡа танылған артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары ҡушылды. Башҡарыусылар иҫәбендә – Асҡар Абдразаҡов, Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Ринат Рамазанов, Вилдан Яруллин, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, өлкәндәр һәм балалар, сит илдәрҙә йәшәүселәр ҙә бар. «Шайморатов генерал» йыры башҡорт, рус, татар, инглиз телдәрендә яңғыраны. Флешмобта меңләгән кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар әле лә килә.
2019 йылдың 7 сентябрендә Өфөнөң «Ватан» этно-паркында «Шайморатов генерал»ды күмәкләп йырлау ойошторолдо. Проектты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте, мәҙәниәт, мәғариф, спорт министрлыҡтары, «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы, республика райондары хакимиәттәре менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғәмәлгә ашырҙы. Флешмобта ҡатнашыусылар йондоҙ рәүешендә теҙелеп баҫып, «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Флешмобта 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика