13:07 (UTC+5), 02 Октября 2019

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ студенттар ҡатнаша ала. Башҡорт йәки татар телендә йырлау мотлаҡ.
Ҡатнашыусылар «Иҙел» фестивале лауреаты исемен алыу өсөн «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Автор-башҡарыусы», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр», «Балалар номинацияһы» номинацияларында көс һынаша.
Проекттың координаторы Диана Байтурина хәбәр итеүенсә, ойоштороу комитетына Рәсәй төбәктәренән, шул иҫәптән Ҡырым Республикаһынан, Азербайжандан, Ҡытайҙан ғаризалар килгән дә инде.
Конкурстың өсөнсө туры 15 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Икенсе көндө ошонда уҡ танылған артистар һәм фестиваль еңеүселәре ҡатнашлығында гала-концерт була.
Быйыл конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү 31 октябрҙә тамамлана.Тулыраҡ мәғлүмәтте idel-festival.ru сайтында, шулай уҡ vk.com/idelfestival төркөмөндә табырға мөмкин. Ғариза ебәреү һәм ҡыҙыҡһындырған һорау биреү өсөн электрон адрес: idelfestival@gmail.com.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика