06:44 (UTC+5), 01 Октября 2019

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында күргәҙмә-йәрминкә ойоштора

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы була.
Уҡыусыларға 2019 йылда китап нәшриәтендә донъя күргән республиканың тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте, күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында яңы китаптар тәҡдим ителә.
Октябрҙә күргәҙмә-йәрминкәне түбәндәге тораҡ пункттарҙа уҙғарыу күҙаллана:
3 октябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы баҙарында;
4 октябрҙә Йылайыр районының Йылайыр ауылы баҙарында;
5 октябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы баҙарында;
6 октябрҙә Баймаҡ районының Баймаҡ ҡалаһында Үҙәк баҙарҙа.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 246-09-55.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика