09:22 (UTC+5), 27 Сентябрь 2019

Башҡортостан журналистары Евгений Примаков исемендәге премия конкурсында ҡатнаша ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан журналистары 2019 йылда Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия конкурсында ҡатнаша ала. Премия Рәсәй һәм ислам донъяһы илдәре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы, хеҙмәттәшлекте нығытыуға тос өлөш индергән иң яҡшы эш өсөн тапшырыла.
Эштәр рус (БДБ илдәре өсөн), инглиз һәм ғәрәп телдәрендә ҡабул ителә. Премияның приз фонды: беренсе урын — 50 000 доллар, икенсе урын — 25 000 доллар. Эштәрҙе 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем тапшырырға мөмкин. Ғариза бирелгән мәлгә эштәр баҫылып сыҡҡан йәки киң публикаға күрһәтелгән булырға тейеш. Эштәрҙән тыш, ғаризала авторҙың исем-шәрифен, эш урынын (фрилансерҙар ҙа ҡатнаша ала) һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте яҙырға кәрәк. Электрон адрес: award@russia-islworld.ru.
Евгений Примаков «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң абруйлы рәйесе булды. Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премия төркөм рәйесе Рөстәм Миңлехановтың шәхси башланғысы менән булдырылды. Премия тураһында 2016 йылдың 20-21 апрелендә Мәскәүҙә II «Мосолман илдәре журналистары экстремизмға ҡаршы» халыҡ-ара форумы барышында иғлан ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика