09:13 (UTC+5), 26 Сентябрь 2019

Татарстанда танылған йырсы Әлфиә Афзаловаға һәйкәл асылды

Татар-информ
Татар-информ
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда танылған йырсы, күрше туғандаш республика, шулай уҡ Башҡортостан тамашасыларының яратҡан йырсыһы Әлфиә Афзаловаға һәйкәл барлыҡҡа килде. Һәйкәл Яңы татар биҫтәһе зыяратында уның ҡәбере өҫтөнә ҡуйылды, тип хәбәр итә «Татар-информ». Йырсы сәхнә образында — концерт күлдәгендә һәм ҡулына микрофон тотоп тора. Скульптураның авторы — Фәнил Вәлиуллин.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Татарстандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йырсының коллегалары ҡатнашты. Ҡазан уртаһында артисҡа һәйкәл ҡуйыу, уның исемендәге музей асыу, исемен Гиннестың Рекордтар китабына индереү тәҡдимдәре яңғыраны.
Ошо көндәрҙә популяр йырсы Салауат Фәтхетдинов татар йыр сәнғәтенең ике легендаһы — Әлфиә Афзалова һәм Илһам Шакиров — йәнәш торған һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Әлфиә Афзалова (1933-2017) — легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы, уның тормошо һәм ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнгән. Буласаҡ йырсының бала сағы Башҡортостандың Краснокама районында үткән. Уның йырҙарын күптәр яратып тыңлай, улар йыр сәнғәтенең ҡиммәтле хазинаһы булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика