12:52 (UTC+5), 25 Сентября 2019

Радий Хәбиров: Фольклориадала 100 илдән 3 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы күҙаллана

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Фольклориадала 100 илдән 3 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 24 сентябрҙә Мәскәүҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Республикала халыҡ-ара фольклор фестивале 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем бара.
Кәңәшмәне асып, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец 2017 йылдың 1 июнендә Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын иҫкә төшөрҙө. 2018 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылғы Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырыу тураһындағы бойороғо сыҡты.
«Был традицион сара алтынсы тапҡыр ойошторола. Беҙгә төрлө илдәрҙән коллективтар килә. Фестивалде юғары кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ», – тип билдәләне Ольга Голодец.
Радий Хәбиров ошо күләмле сараға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, 100 илдән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы үҙҙәренең милли йыр-моңо, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, кейемдәре һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. Әлеге ваҡытта 85 дәүләт ҡатнашыуҙарын раҫланы. Фестиваль көндәрендә Башҡортостанға 2,5 миллион самаһы турист килер тип көтөлә.
«Фольклориаданың программаһы республиканың баш ҡалаһы менән генә сикләнеп ҡалмай, ә бөтә райондарҙы һәм ҡалаларҙы үҙ эсенә ала. Бөгөнгә сығыш яһау майҙансыҡтары, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йәшәү һәм туҡланыу урындары билдәләнгән, – тине Радий Хәбиров. – Алда ҙур эш тора. Күмәк көс менән бөтә донъя мәҙәни форумын юғары кимәлдә уҙғара алырбыҙ тип ышанабыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика