10:38 (UTC+5), 24 Сентября 2019

Иркутскиҙа Вампилов фестивале Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән тамамланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Иркутскиҙан ҡайтты. Актерҙар һәм ижади төркөм һаман спектаклдәге хәл-ваҡиғалар барған Ангара йылғаһын күреүҙән алған хис-тойғолар тәьҫирендә.
Александр Вампилов исемендәге XII Халыҡ-ара хәҙерге драматургия театр фестивале Н.Охлопков исемендәге Иркутск драма театрында уҙҙы. Фестиваль афишаһында Рәсәй, Франция, Польша, Монголия һәм Израиль спектаклдәре күрһәтелде. Айрат Абушахмановтың Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса спектакле айырым урынды биләне – Вампилов фестивале ошо спектакль менән ябылды. «Зөләйха күҙҙәрен аса» тамашасылар араһында резонанс тыуҙырҙы, спектаклгә билеттар фестиваль башланырҙан бер нисә ай алда һатылып бөттө.
«Иркутскиҙа йәшәүселәр легендар спектакль менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре хаҡында әйтте. Илдең тарихы, олатай-өләсәйҙәре шаһит булған 30-сы йылдарҙағы ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында спектаклде ҡарау улар өсөн бик мөһим ине, — тип һөйләне актерҙар. — Тамашасылар спектаклде бер тында, ҡайһы берәүҙәр хатта баҫып ҡараны. Спектакль тамамланғас, режиссерға һәм актерҙарға театр фойеһында, грим бүлмәләрендә әллә күпме ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны».
Театр тәнҡитселәре Павел Руднев һәм Геннадий Тростянецкий спектаклдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең спектакль тураһында фекерҙәрен еткерҙе. Иркутск өлкәһе губернаторы коллективты уңышлы сығыш яһауы менән ҡотланы. Башҡорт драма театрын яңы ҡалалар көтә, «Зөләйха күҙҙәрен аса» фестивалдәрҙә ҡатнашыуын дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика