10:09 (UTC+5), 18 Сентябрь 2019

Өфөлә Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 сентябрҙә Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркында Кавказ халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале була. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторлоуҙың 25 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.
Сара өсөнсө тапҡыр ойошторола. Унда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр художество коллективтары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Тамашасыларҙың азербайжан, грузин, әрмән, чечен һәм башҡа халыҡтарҙың йыр-моңо һәм бейеүҙәрен ҡарау мөмкинлеге бар.
«Республиканың күп милләтле халҡы вәкилдәре бергә йыйылып, халыҡтар араһындағы берҙәмлекте һәм дуҫлыҡты символлаштыра, республика халыҡтарының мәҙәниәте ни тиклем бай икәнен күрһәтә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фестиваль көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Өфө ҡалаһының Совет районы, И.Яҡутов исемендәге мәҙәниәт паркы хакимиәттәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика