Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Сентябрь 2019, 09:13
Ҡаҙағстанда «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Нурсолтан ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде. Картиналар башҡорт телендә русса субтитрҙар менән барҙы. Фильмдар күрһәтеүҙе «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.
Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, шулай уҡ Ҡаҙағстандың төп халҡы, студенттар, буласаҡ кинематографистар йыйылды. Фильм тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде. Ҡарағандан һуң улар үҙҙәренең баһаһын видеоға яҙҙырҙы.
«Экранда легендар шәхестәрҙе күреүебеҙгә шатбыҙ, артабан да үҙебеҙҙең тарих тураһында фильмдар ҡарарға теләр инек. Башҡорт актерҙары менән башҡортса фильмдар — беҙгә бик яҡын, беҙгә шул етмәй. Бындай картиналар йәштәргә бик ҡыҙыҡлы, уларға дөрөҫ юлға баҫырға ярҙам итә. Башҡорт кинематографистарының премьералар менән килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ», — тине тамашасылар.
http://www.bashinform.ru/news/1354714-v-kazakhstane-proshli-pokazy-filmov-babich-i-pervaya-respublika/
Теги:
кино
халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
Читайте нас: