Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Сентябрь 2019, 13:27

«Театр төнө - 2019»: Өфөлә Йәштәр театры сәхнәһендә ике спектакль ҡуйыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 20 сентябрҙә Өфөлә «Театр төнө» мәҙәни акцияһы ойошторола. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында акция 30-сы театр миҙгеле алдынан үткәрелә.
Матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, сара киске 7-се 15 минутта театр алдында концерт менән башлана.
Холда «Аладдиндың тылсымлы лампаһы», «Башҡорт туйы» һәм башҡа спектаклдәрҙең декорациялары менән фотоға төшөү өсөн зоналар ойошторола. Теләгәндәргә театр костюмдарын кейеп, грим элементтарын — һаҡал-мыйыҡтарҙы, париктарҙы тотоп ҡарарға мөмкин. Кескәйҙәр өсөн аквагрим зонаһы эшләй.
Киске 7-лә камера сәхнәһендә Мәскәү драматургы Марта Райцестың пьесаһы буйынса дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм үҙеңде эҙләү тураһында «Мин — Анна. Мин — йоҙроҡ» спектакле башлана. Спектаклгә инеү өсөн кассала бушлай билеттар алырға кәрәк, һаны сикле.
Быйыл Театр төнө Пермдең Йәш тамашасы театры гастролдәре менән тура килде. 20 сентябрҙә сәғәт 7-лә Ҙур залда Людмила Улицкаяның «Минең ейәнем Вениамин» пьесаһы буйынса «Йәһүд бәхете» спектакле башлана. Сюжет әсә менән улдың ҡатмарлы мөнәсәбәттәрен асып бирә. Был спектаклгә бушлай билеттар таратылмай, театр кассаһында һатыла.
Читайте нас: