Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Сентябрь 2019, 15:48

Актриса Нурия Ирсаева — Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Актриса һәм режиссер Нурия Ирсаева Өфө ҡалаһының почетлы гражданы булды. Башҡортостандың баш ҡалаһында был исем 39-сы тапҡыр тапшырылды.
Нурия Ирсаева — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Нурия Ирсаева күп йылдар инде тамашасыларҙы үҙенең ижады менән ҡыуандыра. Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты оҙаҡ йылдар дауам итә, уларҙың дөйөм ижады Башҡорт академия драма театрынан айырылғыһыҙ. Йылдар үтеү менән Нурия Исхаҡ ҡыҙы һәм Фидан Сафа улы сәхнәлә өлкәнерәк геройҙарҙы – үҙҙәренең замандаштарын уйнай, ләкин тамашасылар өсөн улар мәңгелеккә Хәлил һәм Ғәлиәбаныу, Заһир һәм Ғәлиә булып ҡалды.
Теги:театр
Читайте нас: