12:26 (UTC+5), 10 Сентябрь 2019

Өфөлә Ғәскәров исемендәге ансамбль #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙә #БашҡортсаБейейем флешмобын башлап ебәрҙе. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортсабейейем, #башҡортсабейергәөйрәнәм хэштегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.
«Флешмоб башҡортса бейергә өйрәтеү һәм уны йәштәр араһында популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. 9 октябргә тиклем бер бейеүҙе, бер нисә фрагментты өйрәнербеҙ һәм уны күмәкләп Матросов исемендәге паркта башҡарырбыҙ», — тип һөйләне коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Акцияны башлап ебәреү өсөн артистар «7Медиа» студияһы ярҙамында Арт-Квадратта ролик яҙҙырған.
«Был экспромт рәүешендә булды, артистар беренсегә ишеткән көйгә төрлө хәрәкәттәр яһап бейене», — тине хореограф-репетитор Марат Кәримов.
Бөгөн Ғәскәров ансамбле флешмобында юбилей гастроль туры уңайынан матбуғат конференцияһына йыйылған урындағы киң мәғлүмәт саралары журналистары ла ҡатнашты.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика