10:28 (UTC+5), 08 Сентября 2019

Айгиз Баймөхәмәтов: Беҙ яҙыусыларҙың хеҙмәтенә иғтибар һәм ярҙам һаҡланыр тип ышанабыҙ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт яҙыусыһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов Башҡорт дәүләт университетың уҡыу корпусында тауыш бирҙе.
«Һайлауҙы ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы. Был юлы ла үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәнем. Беҙ, яҙыусылар, киләсәктә лә республика етәкселеге яғынан беҙҙең хеҙмәткә иғтибар һәм ярҙам һаҡланыр тип ышанабыҙ, — тип билдәләне яҙыусы. — Участкала һайлаусылар: йәштәр ҙә, өлкән быуын да күп. Минең һайлау участкам Башҡорт дәүләт университетының уҡыу корпусында урынлашҡан. Бында студенттар концерт ойошторған, хәҙер йәштәрҙең концертын ҡарайым. Был көн халыҡ байрамына оҡшаған».
2019 йыл Айгиз Баймөхәмәтов өсөн уңышлы булды. Туғыҙ китабы төрлө телдәрҙә донъя күрҙе. Шул уңайҙан Урта Азия илдәрендә яҙыусы менән осрашыуҙар уҙҙы. Киләһе аҙнала Ҡаҙағстандың Мәҙәниәт министрлығы саҡырыуы буйынса Айгиз Баймөхәмәтов Алматыла сығыш яһай. Шулай уҡ көҙ көнө Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда китаптарының исем туйы күҙаллана.
«Китап уҡыусылар менән даими осрашыуҙарға, сәфәрҙә йөрөүемә ҡарамаҫтан, яңы әҫәр өҫтөндә эшләргә ваҡыт табам. Уҡытыусыларҙың тормошона арналған роман яҙа башланым, ул элекке әҫәрҙәрем кеүек етемлек темаһына бәйле түгел», — тип хәбәр итте Айгиз Баймөхәмәтов «Башинформ» агентлығына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика