05:50 (UTC+5), 05 Сентября 2019

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты. Конвертта Башҡортостан тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Ул шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған.
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр. Өҫтәүенә Башҡортостандан ситтә лә. Сөнки һуңғы ваҡытта республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель, беренсе көндөң конверты һәм марка почта әйләнешенә сыҡты. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килде лә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика