10:39 (UTC+5), 03 Сентябрь 2019

Башҡортостанда «Йырсы ауыл» конкурсы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала. Яңы ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем бара, тип хәбәр иттеләр халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
Программа концерт номерҙарын тыңлауҙы, тыңлау йомғаҡтары буйынса ижади лабораторияларҙы, иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында йомғаҡлау концертын, еңеүселәрҙе бүләкләүҙе үҙ эсенә ала.
Конкурста ҡатнашыуға муниципаль райондарҙың ауыл тораҡ пункттарының үҙешмәкәр йыр коллективтары (халыҡ йыры, фольклор йыры, эстрада йыры ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар) саҡырыла. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.
Сара өс этапта ойошторола. Беренсе этап — һайлап алыу (2019 йылдың октябре-декабре) — республика ауылдарында конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).
Икенсе этап — район (2020 йылдың февраль-майы) — беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).
Өсөнсө этап — республика (2020 йылдың октябре) – икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы ҡарау (конкурсҡа 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә).
Гала-концерт Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 — Кондакова Наталья Михайловна, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокаль-хор жанры буйынса баш белгесе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика