08:20 (UTC+5), 29 Августа 2019

Республикала йәшәүселәрҙе 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре тураһында материалдар менән бүлешергә саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ акцияһы уҙғарыла.
Акция ваҡытында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре хаҡында биографик мәғлүмәттәрҙең тулы исемлеген йыйыу күҙ уңында тотола. Республикала йәшәүселәрҙе музей, мәктәп, ғаилә архивтарында һаҡланған мәғлүмәт менән бүлешергә саҡыралар.
«Проект Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре — шайморатовсылар тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Дивизияның тәүге яугирҙәренең биографик мәғлүмәттәрен йыйыу, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү эше алып барылмаған, дивизияның беренсе 3823 яугире исемлеге һаманғаса юҡ», — тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.
Йыйылған материалдар буйынса «Шайморатовсылар — легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһен баҫтырып сығарыу күҙаллана. Бынан тыш, проект барышында Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә уларҙың тыуған яғында — мәктәптәрҙә, музейҙарҙа мемориаль таҡтаташтар, стендтар ҡуйыла, Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән телекүперҙәр, телерадиомарафондар ойошторола.
Шулай уҡ республика буйлап авто- һәм ат ярышы, өҫтәүенә 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһында Башҡорт атлы дивизияһы вариҫтарының айырым отрядын йыйыу күҙаллана.
Анкеталар «Бәйләнештә» һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында урынлаштырылған. Тултырылған анкеталарҙы shaymuratov120@yandex.ru электрон адресына йәки почта аша ебәрергә кәрәк: 450015, Өфө, Революция урамы, 43, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы («Шайморатовсылар» акцияһы).
Проектты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республика райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре, Милли музей, Хәрби дан музейы, йәмәғәт, ирекмәндәр һәм милли-мәҙәни ойошмалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика