10:39 (UTC+5), 27 Августа 2019

#Шайморатов флешмобына меңгә яҡын кеше ҡушылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 августан социаль селтәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән #Шайморатов флешмобы бара. Унда меңгә яҡын кеше һәм коллектив ҡатнашты, видеояҙмалар килеүен дауам итә. Флешмобты танылған артистар ҙа күтәреп алды, улар иҫәбендә — Асҡар Абдразаҡов, Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» төркөмө), Элвин Грей, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре — республика ауылдарында һәм ҡалаларында, Рәсәй субъекттарында, сит илдәрҙә йәшәүселәр.
Флешмобта ҡатнашыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә ижад иткән «Шайморатов генерал» йырын башҡара, видеоға төшөрә һәм #Шайморатов #ҡоролтай хештегы менән интернетҡа һала. Күп һанлы һорауҙар буйынса социаль селтәрҙәге флешмоб 7 сентябргә тиклем дауам итә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобҡа яҡынса йомғаҡ яһаны:
1.Иң йәш ҡатнашыусы— Йәсминә Сафиуллина (ике йәш)
2. Иң әүҙем район — Ҡырмыҫҡалы (һигеҙ ауылдың коллективы)
3. Йырҙы күп кеше ҡатнашлығында башҡарыу — Нур-Солтан ҡалаһынан «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе (Ҡаҙағстан)
4. Позитив башҡарыу — Ринат Рамазанов («Арғымаҡ» этно-рок төркөмө https://vk.com/id20913680)
5.Традицион этнобашҡарыу — Сибай ҡалаһынан «Яугөл» ансамбле
6. Заманса башҡарыу — Альберт Исмаил (Туймазы)
7. Иң сағыу клип — Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы
8. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһы — Асҡар Абдразаков, Гүзәл Әхмәтйәрова (БСТ, Яңылыҡтар), Сәләм (БСТ) – Инстаграмда 1000-дән ашыу «лайк»
9. Оперативлыҡ — «Юлдаш» радиоһы
10. Башҡорт телен һәм йырҙарын өйрәнеүҙә уңыштары өсөн — Микаэла Ғибәҙуллина.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтә номинанттарҙы Өфөгә саҡыра. Шәмбе, 7 сентябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә «Торатау» конгресс-холы янындағы Өфө амфитеатрында меңләгән кеше генерал тураһында йыр башҡара, шулай уҡ йондоҙ формаһында теҙелә. Башҡорт ҡоролтайының бүләктәре лә шунда тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика