Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Август 2019, 10:15

Өфөлә ике көн эсендә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестиваленә 5 меңләгән кеше килде

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең икенсе көнө тамамланды. Тамашасыларҙың 30-ҙан ашыу фильм ҡарау мөмкинлеге булды, улар араһында – «Горячая лепешка» (Үзбәкстан), «Аврора» (Ҡырғыҙстан), «Надо мною солнце светит» (Рәсәй, Саха-Яҡутстан), «Казахское ханство. Золотой трон» (Ҡаҙағстан) һәм «Я спал, когда счастье проходило мимо» (Литва).
Икенсе көн буйынса тулыраҡ материалды «Детально» рубрикаһында уҡығыҙ.
Ике көн эсендә фестиваль фильмдарын ҡарарға 5 меңләгән кеше килде. Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары фестиваль тормошонда әүҙем ҡатнаша, Сергей Шакуров етәкселегендәге жюри махсус кинозалдарҙа конкурс программаһын ҡарай, күрһәтелгән картиналарҙың режиссерҙары һәм актерҙары тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирә.
26 август – тулы метражлы уйын, ҡыҫҡа метражлы уйын һәм документаль фильмдарҙы күрһәтеүҙең һуңғы көнө. Фестиваль еңеүселәре 27 августа «Торатау» конгресс-холында фестивалде ябыу тантанаһында иғлан ителә. Һәр номинация призёрҙарына бронзанан эшләнгән ҡанатлы ат һыны тапшырыла. Авторҙары – Арыҫлан Бикбаев һәм Салауат Ғәниев. «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүсеһенә лә иҫтәлекле статуэтка һәм миллион һум бирелә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары ҡатнаша. Рәсәйҙән – Башҡортостандан ете фильм, шулай уҡ Төньяҡ Осетия-Алания, Хакасия, Чечен Республикаһы, Татарстан, Дағстан, Бүрәтстан, Яҡутстан, Һамар өлкәһе, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән фильмдар. Кинофестивалгә бөтәһе Рәсәйҙең 34 субъектынан һәм 28 илдән ғаризалар килгән. Фестиваль барышында конкурс программаһы менән бер рәттән махсус фильмдар күрһәтеү, күргәҙмәләр, ижади осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана.
Читайте нас: