13:15 (UTC+5), 23 Августа 2019

Туймазы театры Мостай Кәрим буйынса «Ауыл адвокаттары» спектаклен сәхнәләштерә

Мостай Кәрим исемендәге фонд
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Туймазы дәүләт татар драма театрында яңы спектаклдең репетициялары башланды. XXIX театр миҙгелендә коллектив Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса спектакль тәҡдим итә. Инсценировка авторы — Зөһрә Бураҡаева.
Премьера өҫтөндә театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев эшләй. «Ауыл адвокаттары» спектакле Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәримдең повесы 1987 йылда яҙылған. Китапта өс дуҫтың яҙмышы һүрәтләнә. Өс тиҫтер, элекке ауыл малайҙары Кәшфулла, Ҡорбанғәле һәм Нурисламдың тормошо ауылдаштарының яҙмышы, илдә барған ваҡиғалар менән тығыҙ үрелеп бара. Мостай Кәрим халыҡсан тел менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында бәйән итә, бала саҡ хәтирәләре аша етди проблемаларға яҡынлаша.
Бынан алда «Ауыл адвокаттары» «Ерҙәштәр» тигән исем менән Салауат башҡорт драма театрында сәхнәләштерелде (режиссеры Антон Федоров).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика