10:18 (UTC+5), 23 Август 2019

Өфөләр Совет майҙанында «Шайморатов генерал» йырын күмәкләп башҡара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләр легендар генерал, 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһында йырҙы күмәкләп башҡара. Ҡала һәм республика халҡын йәкшәмбе, 25 августа, флешмобҡа саҡыралар, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сара Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-да башлана. Йыйылыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян шиғырына яҙған барыһына ла таныш «Шайморатов генерал» йырын башҡара.
«Меңдәрсә кеше бер үк ваҡытта генерал тураһында йыр башҡара һәм фигура яһап теҙелә. Ниндәй икәнен ҡош бейеклегенән күрергә мөмкин, — тип хәбәр итте флешмобты ойоштороусылар. — Кадрҙар БСТ эфирында күрһәтелә».
Социаль селтәрҙә лә халыҡ геройына бағышланған флешмоб башланды. Ҡатнашыу өсөн «Шайморатов генерал» йырын башҡарырға, уны видеоға төшөрөргә һәм #Шайморатов хештегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика