09:08 (UTC+5), 20 Августа 2019

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара фестивале уҙа. Кинофестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте.
«Әкиәттәге Аҡбуҙ аттың һыны таштан һәм бронзанан яһалған, уға көмөш ялатылған. Йәшел постамент Урал тауҙарын символлаштыра. Авторы — рәссам Арыҫлан Бикбаев, скульпторы — Салауат Ғәниев, — тине «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев. — Бүләкләү өсөн 10-дан ашыу һын әҙерләнгән. Улар — төп бүләк тә, иң яҡшы социаль-мотивация фильмдары, этник фильмдар, иң яҡшы режиссер эше, иң яҡшы сценарий, иң яҡшы оператор эше өсөн наградалар ҙа».
«Башҡортостан» киностудияһынан режиссер Малик Яҡшымбәтов һәм оператор Ғилуан Әмиров исемендәге приз, ҡала хакимиәтенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырыла.
Шулай уҡ ике яңы махсус приз булдырылған. Быйыл Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығы билдәләнә, шуға күрә приз 85 мең һум тәшкил итә. Уны режиссерҙың улы, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тапшыра. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла үҙенең бүләген әҙерләгән.
«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале барышында «Родина» кинотеатрында 48 фильм күрһәтелә. Конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары тәҡдим ителә. Бөтә эштәр менән дә тиерлек режиссерҙар үҙҙәре таныштыра.
Башҡортостан Республикаһынан конкурс программаһында һигеҙ фильм ҡатнаша. Улар — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән», Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда», Динара Әбдрәшитованың «Асия», Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес», Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай», Кирстен Гайнеттың «Йортобоҙ ниңә моңһоу», Илдар Ғиләжевтың «Европа көтөр!».
Кинофестиваль Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмы менән асыла. Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» фильмы конкурстан тыш программала күрһәтелә.
Быйыл кинофестиваль жюрийын театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуров етәкләй. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә — поляк кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер, бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәр лауреаты, Венеция кинофестиваленең «Алтын Арыҫлан»ы эйәһе Кшиштоф Занусси, Рәсәй актерҙары Борис Щербаков, Игорь Петренко һәм Владимир Вдовиченков (Мәскәү), «Бөйөк быуат» сериалы йондоҙо Сәлим Байраҡтар (Төркиә).
Кинофестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — рәсми сайтта.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика