08:09 (UTC+5), 19 Августа 2019

Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы

Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Туймазы ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркында I «Туймазы-фест» асыҡ этнофестивале уҙҙы. Сара 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына һәм Башҡортостостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.
Парк амфитеатрында Туймазы районында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың: башҡорт, рус, татар, сыуаш, украиндарҙың ижади коллективтары-вәкилдәре туған телендә сәләмләү һәм концерт номеры менән сығыш яһаны. «Туймазы-фест» этнофестиваленә күрше райондарҙан — Шаран районынан мариҙар, Октябрьский ҡалаһынан башҡорттар һәм татарҙар ҙа ҡушылды.
Парк биләмәһендә ҙур этно-күргәҙмә ойошторолдо, унда Туймазы районы, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалалары, Дәүләкән, Шаран райондары биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре тәҡдим ителде.
Ҡала халҡы азербайжан һәм үзбәк-тажик милли аш-һыуынан ауыҙ итте. Тирмән янында башҡорт тирмәһе ҡоролдо һәм «Шәжәрә» күргәҙмәһе эшләне.
«Туймазы-фест» этнофестивале барышында Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
«Ошо изге байрамда ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән ихлас ҡыҙыҡһынды. Этнофестивалдең маҡсатына — Туймазы районында һәм Башҡортостанда дуҫ, татыу йәшәгән халыҡтарҙың фольклорын, музыкаль мәҙәниәтен, йыр-бейеү сәнғәтен популярлаштырыуға өлгәштек», — тип һөйләне Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рамзин Әпсәләмов.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика